Версия для слабовидящих

“Һандуғас ғүмере”

28 май Сәфәр ауылында ижад ғүмере ҡырҡ йылға ла тулмай, яҡты доньяла ни бары ҡырҡ алты йыл ғына йәшәп киткән, иң сағыу башҡорт шағирәләренең береһе Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы “Һандуғас ғүмере” хәтер кисәһе булып үтте.
Сараға шағирә, драматург һәм журналист Башкортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан республикаһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре-Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, шағир Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союздары ағзаһы-Зөлфиә Ханнанова, Башҡортостан республикаһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, ғалим, әҙәбиәт белгесе-Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы, сатирик, юморист, Шоңҡар журналының яуаплы сәркәтибе- Венер Исхаков, Әбйәлил районы яҙыусылар ойошмаһы делегацияһы етәкселәре-Фәнүзә Биктимерова, Белорет районы яҙыусылар союзы ағзалары-етәксеһе-Әлиә Саматова, Салауат районы мәғәриф бүлеге белгесе Люция Габдрахманова, Учалы районы хәкимиәте сәркәтибе-Зариф Ғадинан улы Ғарипов, Учалы районы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, Р.Хисаметдинованың ҡыҙы Гөлшат, ике ейәне, шағирәнең туғандары йыйылды. Сараны Учалы районы хәкимиәте сәркәтибе Зариф Ғадинан улы Ғарипов, ауыл хәкимиәте башлығы Фрунзе Талха улы Юртаманов, ауыл мәктәбе диреторы Илшат Вәли улы Кинйәкәев асып ебәрҙе. Артабан һүҙ килгән ҡунаҡтарға, шағирәнең ҡыҙы Гөлшатҡа бирелде. Һәр кем шағирә тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Сара йыр моңға үрелеп барҙы.
Ауылыбыҙ шағирәбеҙ менән ғорурланып йәшәй. Мәктәп ихатаһында, тыуған йортонда таҡтаташтар асылды, ауылыбыҙҙың иң матур урамдарының береһе шағирәбеҙ исемен йөрөтә. Китапханала, Сәфәр урта мәктәбендә Р.Хисаметдинова иҫтәлегенә хәтер кисәләре үткәрелеп тора.
Рәмзилә Хисаметдинова балалары һағынып иҫкә алырлыҡ әсә генә түгел, ә бөтә башҡорт әҙәби һәм мәҙәни донъяһы, бөтә мәғариф донъяһы һағынып иҫкә алырлыҡ һоҡланғыс уҡытыусы ла, һандуғастай сутылдашып моңдар ҡойоусы шағирә лә булып барабыҙҙың да хәтерендә ҡалһын…
(Хәтер кисәһе сценарий авторҙары һәм алып барыусылары Сәфәр ауылы моделе китапхана хеҙмәткәрҙәре- Әлиә Әхмәткирәева, Зөлфиә Закирова.)

О нас
Нашим читателям
  • Правила пользования библиотекой
  • Музей, мастерские
  • Клубы, кружки
  • Периодические издания
  • Видеогалерея
  • Полезные ссылки
Краеведение
  • История деревни
  • Легенды и тайны
  • История учреждений и организации
  • Достопримечательности села
  • Знаменитые люди
  • Участники Гражданской и Великой Отечественной войн, боевых действий

Оцените качество предоставляемых услуг

Просмотреть результаты

Загрузка ... Загрузка …