В рамках участия в республиканском этапе конкурса “Трезвое село” работники модельной библиотеки с.Сафарово оформили стенд со стихами поэтов Учалинского района :
Зили Гаиткуловой, Рамая Кагир, Розы Нуретдиновой, Тансылу Гумеровой, Аклимы Сафиной и Амины Яхиной( Баймакский район).
В стихах пропагандируется здоровый образ жизни, семейные ценности .Ведь жить трезвыми – это действительно норма; А ещё быть трезвым – значит быть счастливым. Внедрение норм трезвости в нашу жизнь окажет оздоровительное, благотворное влияние на все ее сферы, поможет каждому полнее и глубже осознать, как прекрасен и многоцветен этот мир!
Эскелек-хурлык,айыҡлыҡ-ҙурлыҡ.
Араҡы яраткан-
Акылын таратҡан.
Эскелектең хурлык икәнен
Барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Эскән кешене беҙ күрһәк тә
Әрләмәйбеҙ,ә бит көләбеҙ.
Алкоголизм-ул ,ауыр сир бит,
Уға дусар булыу ярамай!
Был турала күптәребеҙ белә,
Ләкин туҡтай алмайынса эсә ,
Ярамайга һис тә ҡарамай.
Пиво,араҡыны күпләп эскән кеше,
Алкоголик булып ул китә,
Унан ҡотолоуы бик ныҡ ауыр,
Енәйәттәр, суицидтар кыла,зәғифләнә аҡыл…
Үҫмерҙәр шаярып башлаһа ла,
Эскелек юлына тиҙ баҫа.
Йәш егеттәребеҙ әрәм була,
Бирәйексе иғтибарҙы балаларға!
Эй,кешеләр!Аңыбыҙға киләйексе!
Эскеһеҙ тормошҡа күсәйексе!
Үҙебеҙҙең буҙа, ҡымыҙҙарыбыҙҙы эсеп,
Һау-сәләмәт тормош көтәйексе!
Таңһылыу Ғүмәрова.
Беҙ – башҡорттар!
Кемдәр унда: “Мин – башҡорт!” –тип,
Эй йәшәргә өйрәтә!
Өйрәтә лә рүмкә тотоп,
Тәмәкеһен көйрәтә.
Шул харам нәмәкәйҙәрҙе
Тотмаған бит олатаң!
Башҡорт түгел – хәмер эскән!
Башҡорт түгел – кем тарта!
Башҡорт ул – кем атта саба,
Моңло ҡурайын тарта,
Билен бирмәйсә көрәшә
Һәм уҡтан мәргән ата!
“Мин – башҡорт!” кәлимәһендә
Тәрән фәлсәфә ята.
Күкрәк һуҡмай, эш күрһәтһәң,
Разый булыр олатаң!
“Беҙ – башҡорттар!” һүҙҙәрендә
Тарих һәм хәтер ята.
…Һаҡ бул: тамырың сабырға
Һәр ваҡыт әҙер балта!..
(Фәнүзә Зөлҡәрнәева-Нәбиуллина)
Шайтан.
Эсекеселек кешегә ҡаза бирә,
Бәхеттәрен ергә күмешә.
Иҫерек башлы юнһеҙ ирҙәр өсөн,
Баланан да артыҡ шул шешә.
Араҡы менән эскә шайтан керә,
Кинәнә ул,көлә,тилерә!
Тамуҡ уттарына яҡынайтып,
Эскесене эстән кимерә….
Ә ҡатын-ҡыҙ уны ҡотҡарам тип,
Барлыҡ көсө менән тырыша.
Тик ул ауырыу менән генә түгел,
Шайтан менән көстәр һынаша!
(Роза Нуретдинова)
Теләк
Табандарҙы ярып тауға мендем,
Имен – аман сығып даръяларҙан.
Донъя күрҙем, шөкөр, ауыҙ иттем
Табындағы майлы ҡалъяларҙан.
Хыял ҡорҙом, яҡты эҙ ҡалдырҙым,
Йыраҡ булдым насар уйлыларҙан.
Шиғырҙарым берүк яралғандар
Күңелдәге яҡты тойғоларҙан.
Бөркөт булып зәңгәр күккә аштым,
Мәңге торор, бейек ҡаяларҙан.
…Айныҡ аҡыл менән китһәм ине,
Эскелеккә батҡан донъяларҙан!
(Рамай Кагир)